биография нугумана мусина на башкирском языке
Презентация : Ноғман Мусин ижады
Описание презентации по отдельным слайдам:
Ноғман Сөләймән улы Мусин (17 июль 1931) — башҡорт прозаигы, журналист, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, 1963 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, әлеге ваҡытта Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Тормош юлы Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә Башҡорт АССР-ының Маҡар районы[1] Ҡолғона ауылында тыуған. 1937—1944 йылдарҙа Ҡолғона ауылында ете йыллыҡ мәктәптә белем ала. 1947 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлай һәм шунда уҡ уҡытыусы булып эш башлай. 1949 йылда Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына уҡырға инә. 1951 йылда институтты тамамлағас, бер аҙ Маҡар район мәғариф бүлегендә инспектор вазифаһын башҡара һәм йыл аҙағында хәрби хеҙмәткә алына. Һалдаттан ҡайтыу менән (1953) «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, унан һуң Ҡолғона ауылында дүрт йыл уҡытыусы булып эшләй. Ә 1958 йыл Өфөгә килеп, «Ағиҙел» журналында — бүлек мөдире, яуаплы секретарь, 1962 йылдың башынан «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. Ноғман Мусин Башҡорт дәүләт университетының киске бүлеген тамамлай, артабан йәнә «Ағиҙел» журналында бүлек мөдире, Башҡортостан телевидениеһында, унан Башҡортостан китап нәшриәтендә мөхәррир булып эшләй.
Ижады Ноғман Мусиндың тәүге ижади аҙымдары Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтында башлана. Тәүге шиғырҙары үҙе хеҙмәттә сағында республика гәзиттәрендә һәм «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫылып сыға. Хәрби хеҙмәт ваҡытында проза жанрында ла көсөн һынап ҡарай, һалдаттар тормошона арналған бер нисә хикәйә яҙа. «Минең дуҫ» тигәне 1954 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында, ҡалғандары «Совет Башҡортостаны», «Ленинсы» гәзиттәрендә, 1956 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫылып сыға.
Ноғман Мусиндың тәүге күләмле әҫәре — «Зөһрә» повесы 1956 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫыла. Унан бер-бер артлы «Ғорурлыҡ», «Күксә урманында», «Ер биҙәге», «Ауылым юлы», «Кеше йылмая», «Сәскәләр керпеген аса» тигән повестары баҫылып сыға. Яҙыусының төп темаһы — урман, уны һаҡлау. 1968 йылда колхоз тормошона арналған «Өҙәрем юл кешеләре» исемле роман яҙа. «Һайлап алған яҙмыш», «Зәңгәртауҙа аҡ болан», «Яҙғы ташҡындар алдынан» («Яралы кеше тауышы»), «Мәңгелек урман», «Таң менән сыҡ юлдарға», «Һуңғы солоҡ», «Шунда ята батырҙар һөйәге» романдары һәм ҡыҙыҡлы повестары Ноғман Мусинды башҡорт прозаһының талантлы яҙыусыһы итеп таныта. Уның әҫәрҙәренең геройҙары — беҙҙең замандаштарыбыҙ.
Китаптары Зөһрә. 1960 й. Ғорурлыҡ. 1962 й. Ауылым юлы. 1963 й. Кеше йылмая. 1965 й. Ер биҙәге. 1967 й. Беҙ ауылдаш малайҙар. 1968 й. Өҙәрем юл кешеләре. 1970 й. Һинең мөхәббәтең. 1972 й. Аҡ юл һиңә. 1973 й. Һайлап алған яҙмыш. 1974 й.
Мәңгелек урман. 1-се китап. 1975 й. Мәңгелек урман. 2-се китап. 1978 й. Ғүмерҙең бер мәле. 1979 й. Зәңгәр тауҙа аҡ болан. 1980 й. Ер биҙәге. 1981 й. Төнгө усаҡ яҡтыһы. (Яңы вариант). 1983 й. Еҙ ҡыңғырау. 1986 й. Кеше һуҡмағы. 1987 й. Таң менән сыҡ юлдарға. 1988 й. Ихлас күңелдән һөйләшеү. 1990 й.
Һайланма әҫәрҙәр. 1-се том.1992 й. Һайланма әҫәрҙәр. 2-се том. 1993 й. Һунарсы хикәйәләре. 1995 й. Йыртҡыс тиреһе. 1995 й. Шунда ята батырҙар һөйәге. 2001 й.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981) Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1991) Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2001)
Башҡорт прозаһының күренекле вәкиле, эпик йөкмәткеле романдар, үткер проблемалы повестар, күп һанлы хикәйә һәм очерктар авторы Ноғман Мусиндың әҫәрҙәрен, ғәҙәттә, халыҡсан ижад тип баһалайҙар. Тәбиғәткә, кешеләргә оло һөйөү, нескә миһырбанлыҡ менән һуғарылған ижад өлгөләренең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә хәҙерге Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуа. Тәүҙә үҙ ауылында ете йыллыҡ мәктәптә уҡый. 1947 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлағас, Ҡолғонаға уҡытыусы булып эшкә ҡайта. Әҫәрҙәре 1952 йылдан алып матбуғатта баҫыла башлай. «Зөһрә» исемле тәүге повесы 1955 йылда яҙылып, 1956 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында донъя күрә. 1958 йылда «Ағиҙел» журналына эшкә килә, ошо осорҙан алып әҙәбиәттән айырылмай. Һуңыраҡ ул башлыса үҙе тыуып үҫкән мөхит, тормош һәм шунда көн күреүсе кешеләр хаҡындағы әҫәрҙәре менән таныла. Ноғман Мусин — үҙ темаһын ғына түгел, үҙ стилен, уға ғына хас һүрәтләү алымдарын тапҡан яҙыусы. Тәбиғәт тигән ҙур социаль проблематиканы тормоштоң киң һулышы, тыуған ерҙе матурлар өсөн замандаштарҙың ынтылышлы эшмәкәрлеге менән органик бәйләнештә биреүгә өлгәшә. Хикәйәләре, «Зөһрә», «Төпкөлдән төшкән килен», «Аҡ юл һиңә!» һ.б. повестары, «Өҙәрем юл кешеләре», «Һайлап алған яҙмыш», «Мәңгелек урман», «Зәңгәртауҙа — аҡ болан» романдары күптәрҙең яратып уҡыған әҫәрҙәре. Уның ижады заман үҙгәрештәренә лә бирешмәй, сөнки улар кешеләрҙе тормош, ғүмер, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһында уйланырға, үткән юлдарына, бөгөнгөһөнә һәм киләсәккә күҙ ташларға мәжбүр итә.
Уның повесть һәм романдарына нисәмә быуын уҡыусылары һоҡланыуҙан туҡтамай. Яҙыусыға хаҡлы рәүештә республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.
Разработка урока Ноғман Мусин “Мәңгелек урман”
Республиканский конкурс на лучшую методическую разработку, посвященный 85-летнему юбилею народного писателя Республики Башкортостан Нугумана Мусина
Нугуман Мусин “Мәңгелек урман”
Разработка урока, предмет родная (башкирская) литература,
Разработала : Муллаярова Эльвира Рифовна,
учитель башкирского языка и литературы
муниципального бюджетного общеобразовательного учреждения средняя общеобразовательная школа № 2 с. Верхние Татышлы Муниципального района Татышлинский район Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың
85 йәшлек юбилейына арналған “Иң яҡшы дәрес” эшкәртмәһе конкурсына
Ноғман Мусин “Мәңгелек урман”
Әҫәре буйынса 11-се класта йомғаҡлау дәрес
Башҡарҙы: Муллаярова Эльвира Риф ҡыҙы,
Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы муниципаль районы Үрге Тәтешле ауылының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Н.Мусин “Мәңгелек урман” романын йомғаҡлау.
Маҡсат. Н. Мусиндың “Мәңгелек урман” романының идея-тематик йөк- мәткеһе менән танышыу; төркөмдәр ярҙамында тәнҡитле фекерләү алымын үҫтереү, төрлө яҡлы ҡараштарҙы һәм факттарҙы айырырға өйрәтеү, алынған мәғлүмәтте анализлау, диалогик телмәрҙе үҫтереү, экологик белемде киңәйтеү; тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү, төрлө сығанаҡтарға таянып, ҡараласаҡ проблеманың көнүҙәк булыуын асыҡлау, урман – ер күркенең һатылмаҫҡа тейешлеген иҫбатлау.
Йыһазландырыу. Н. Мусиндың портреты, “Мәңгелек урман” китабы, дәрес буйынса презентация.
Ойоштороу мәле : Һаумыһығыҙ! Хәйерле көн! Ултырығыҙ!
Мәҡәлдәр әйтеү һәм мәғәнәләрен асыу:
Ағас ты кем ултыртһа, емеше шуныҡы
Ағас тамырынан әҙәм тамыры күберәк
Урман үҫтергән аслыҡ күрмәҫ
Урманлы юл — бер ҡат тун
Ойоштороу. Уҡытыусы. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Н. Мусиндың “Мәңгелек урман” дилогияһы яҙыусы ижадында үҙенсәлекле урын тота. Исеменән күренеүенсә, романда ябай ғына түгел, ә мәңгелек урман тураһында һүҙ бара. Дилогияның беренсе китабындағы ошо юлдарға иғтибар итәйек: “Төлкөсура диләнкәгә һуғылып, урман ҡырҡыусылар эргәһенә туҡталды. Уларҙың һомғол ҡарағайҙарҙы ауҙарыуына, яңы ғына ҡарағай урманы томрап ултырған, хәҙер ҡола ялан булып ҡалған тау битләүенә ҡарап торҙо. – Шулай бына, ҡорҙаш-ҡоҙа, – тине Ҡотдос уның янына килеп, – көнөнә бер ҡаҙаҡ он алайым тип, ер йәмен китәрә- беҙ. Их, донъялар! … Теге саҡта Ҡотлоғужа менән староста алдап, ерҙе һаттырмаған булһалар… – Урман имен-аман ҡалыр ине, тимәксеһеңме? – Төлкөсура көрһөндө, тағы тирә-яғына күҙ йүгертте. – Лапшинға һатмаһаҡ, икенсе берәү киҫтерер ине. Бында эш Ҡотлоғужала ғына тормай, Ҡотдос. – Ә ниҙә тора һуң?” – әҫәрҙең ошо юлдарын уҡығас һеҙҙә ниндәй фекерҙәр тыуҙы?
(Беренсе төркөм һорауға яуап эҙләп әйтә. Икенсе төркөм яуаптың тулы һәм дөрөҫ яҡтарын күҙәтә һәм үҙ фекерен өҫтәй.)
1-се төркөмдөң яуабы. Был һорауға ҡапыл ғына яуап бирә алмай Төлкөсура. Бер яҡтан, урманды ҡырҡмайынса бушҡа серетеүҙән файҙа юҡ, икенсе төрлө уйлаһаң, шул хәтлем аяуһыҙ ҡырғас, ул бер заман бөтәсәк тә инде, урмандың да сиге бар. Унан, урман ҡырҡыу – халыҡҡа кәсеп.
2-се төркөмдең яуабы. Аҙмы-күпме аҡсаһын, онон алып тора. Тағы ла төптәнерәк уйлаһаң, тамаҡ хаҡына тиерлек эшләп, кешеләр күпме ыҙа сигә, ә Лапшиндар кеҫә ҡалынайта.
Уҡытыусы ярҙамы. Ер-һыуҙы бөтөнләйе менән халыҡ ҡулына биреп, халыҡ унан үҙе генә файҙа күрһен ине лә бит, ләкин быны нисек эшләргә?
Бөгөн, уҡыусылар, төркөмдәрҙә эшләгән ваҡытта, бер быуат элек үк Төлкөсураны, халыҡты уйландырған, әле лә көнүҙәк яңғыраған “Урман һатылырға тейешме?”, “Ул халыҡҡа нисек хеҙмәт итә ала?” тигән һорауға яуап эҙләрбеҙ. (“Мәңгелек урман” романының эпиграфы уҡыла.)
Уҡытыусы. Тарихҡа күҙ һалайыҡ. 1833 йылда Ырымбур губернаторы В.А. Перовский промышленниктарға үҙенең күрһәтмәһенән тыш урман һатыуҙы тыйған. Бөйөк химик Д.И. Менделеев 1899 йылда экспедиция менән Уралда булған. Ул Белорет районындағы Әүжән һәм Ҡағы тауҙарын күреп бик һоҡланған һәм был тауҙарҙы сарыф итергә һис юл ҡуйырға ярамай, тип иҫкәрткән. Тиҫтәләрсә йылдар Башҡортостан
урмандарында, башлыса, ҡарағай, аҡ шыршы, ҡарағас, ҡайын ҡырҡалар. Һөҙөмтәлә, улар текә тау битләүҙәрендә генә ҡалып бара. Фанера етештереү өсөн ҡайын күпләп ҡырҡыла. Ҡарағаслыҡтар киҫелеп бөткән. Урмансылар ағасы ҡырҡылған майҙандарға яңы үҫентеләр ултыртып өлгөрә алмай. Әгәр башлаған диләнкәгә ике йыл эсендә ҡарағай ултыртыуҙы хәстәрләмәһәң, уны тәүҙә ҡурай еләге, төрлө ҡыуаҡлыҡтар, унан һуң уҫаҡ, ҡайын баҫып ала. Ләкин зыяндың иң ҙур өлөшө – ағасты йығып әҙерләгәндә килтерелә. Мәҫәлән, 850 – 900 мең кубометр ағас әҙерләгәндә, кәм тигәндә, 150 мең кубометр ҡалдыҡ ҡала. Әгәр был йүнәлештә уйлап эш ойошторолһа, йыл һайын мең гектар самаһы урман ҡырҡылмаҫ ине. Урман бай булған һайын, уның атмосфера өсөн файҙаһы ла ҙурыраҡ. Урта йәштәрҙәге ағастар йәш ағас тарға ҡарағанда һауаны күберәк таҙарта. 20 йәшлек ҡарағай бер йыл эсендә – 9, ә 60 йәшлек ағас 13 тонна углекислый газ йота. 2-се төркөм, һеҙ ошо фекерҙе нисек дауам итәр инегеҙ? Интернет ресурстарын ҡулланырға мөмкин.
2-се төркөмдөң яуабы. Урман – атмосфера санитары. Юл буйында үҫкән бер гектар шыршы урманы – 30, ҡарағай сауҡалығы – 39, имәнлек – 54 тонна саңды үҙләштерә. Ҡала ерҙәрендә тиккә генә тирәк ултыртмайҙар. Уның япрағының бер квадрат метры үҙенә ете килограмға тиклем саң йыя, шул уҡ ваҡытта кешенең тын алыу системаһына ыңғай тәьҫир итеүсе эфир майҙары бүлеп сығара. Тимәк, урман – һаулыҡ, йәшәү сығанағы. Шуға ла беҙҙең команда “Урманды әрәм итмәҫкә!” тигән ҡарар сығара.
Уҡытыусы: ә ағас булмаһа, һеҙ яҙған дәфтәр, уҡыған китап өсөн ҡағыҙҙы ҡайҙан алырға мөмкин тип уйлайһың?
1-се төркөм. Хәҙерге көндә был хәлде электрон китаптар ярҙамында хәл итергә мөмкин.
2-се төркөм. Шулай уҡ элеккесә макулатура йыйыуҙы яңынан тергеҙергә кәрәк. Күптән түгел мәктәбебеҙҙә макулатура йыйыу акцияһы ойошторолдо. Был эш бик файҙалы.
Уҡытыусы. Халҡыбыҙҙың боронғо йырҙарының береһе шулай тип башлана. Борон-борондан башҡорттоң көнкүреше, шөғөлө туранан-тура урман, уның һыуҙары, кейек-йәнлектәре, емеш-еләктәре менән бәйле булған. Урман кешене туйындырған да, кейендергән дә, әсе һәм эҫе елдәрҙән генә түгел, ҡайһы саҡ дошмандарҙан да һаҡлаған. 5,5 миллион гектар урманыбыҙ була тороп, бөгөн нефть эшкәртеүгә һәм нефть химияһына ғына ҡарап йәшәү һис тә дөрөҫ түгел. Урман – беҙҙең байлығыбыҙ, һәм беҙ уны оҫта, һөҙөмтәле файҙаланырға тейешбеҙ. Һуңғы йылдарҙа урман эшкәртеү эшҡыуарлығы үҫә башланы. Таҡта киҫеү, өй, мунса буралары эшләп һатыу буйынса шәхси цехтар асыла һәм халыҡҡа эш урындары булдырыла. Колхоз, совхоздар, лесхоздар бөтөрөлгән осорҙа халыҡ өсөн был бик файҙалы эш. Мәҫәлән, Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылы эшҡыуары Альберт Күсәрбаев Өлфәт Ғәлиев ағас эшкәртеү буйынса үҙ эшен асып ебәреп, районды ғына түгел, тирә-яҡ ҡалаларҙы төҙөкләндереү өсөн байтаҡ өлөш индерҙе. Уның цехы ишек, ултырғыс, өҫтәл, иҙән таҡтаһы, плинтустар етештерә, мунса, өй буралары күтәрә, беседкалар төҙөй. Өлфәт Ғәлиев 15 кешегә эш урыны булдырған. Урманлы ауылдағы халыҡтың күпселеге ошондай ағас эшкәртеү тармағында кәсеп итә.
1-се төркөм. Сит илдән килгән арендаторкилһә, улар беҙҙең халыҡты уйлармы һуң? Башҡортостан урмандары арендаға тик ошо республикала йәшәгән кешеләргә генә бирелергә тейеш.
2-се төркөм. Урман – төҙөлөш материалы ғына түгел, дөйөм халыҡ байлығы, сәләмәтлек сығанағы ла. Н. Мусиндың “Мәңгелек урман” дилогияһында күрһәтел еүенсә, урман йөҙ йыл элек нисек ҡырҡылып һатылған булһа, уны тәләф итеү бөгөн дә шулай дауам итә. Урманды вәхшиҙәрсә ҡырҡмайынса ла табыш алып була. Беҙҙең команда шундай табыштарҙың береһен – Баш ҡортостанда туристик индустрия булды рыуҙы тәҡдим итә.
Уҡытыусы. Республикабыҙҙың үҙенсәлекле ғәжәп тәбиғәте “Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт” китабына индерелгән.
1-се төркөм. Урман – ағас ҡына түгел. Унда еләк-емеше лә, бәшмәктәре лә, күп төрлө дарыу үләндәре лә үҫә.
2-се төркөм. Һәр хәлдә, белгестәр, урман бүләктәренең ике проценты ғына кеше файҙаһына китә, тип раҫлай.
1-се төркөмгә һорау. Һеҙ ҡала халҡының ағастан йорт төҙөй башлауы хаҡында нимәләр әйтер инегеҙ?
1-се төркөм. Хәҙер ҡала халҡы ағастан һалынған өйҙәргә ынтыла. Ағас йорт йыһазы, донъя кәрәк-ярағы тимер-томорға, пластикка ҡарағанда күпкә матурыраҡ та, нығыраҡ та, экологик йәһәттән хәүефһеҙерәк тә.
2-се төркөмдөң өҫтәмә яуабы. Урман булмаһа, беҙ уҡыған китаптар, яҙған дәфтәр-ҡағыҙҙар, гәзит-журналдар булмаҫ ине. Гәзит-журналдарҙың, кита
Уҡытыусы. Эйе, уҡыусылар, китаптарҙың электрон варианты кеше һаулығы өсөн хәүефле икәнен дә онотмайыҡ. Ҡарт ағастарҙың углекислый газ йотоп, кислород бүлеп сығарыу мөмкинлеге кәмей. Шуның өсөн дә урманды ваҡытында киҫеү – файҙалы эш. Экологик яҡтан да бик отошло. Ә Башҡортостанда ҡартайған ҡайын урмандары бик күп.
Бөгөнгө дәресте Михаил Пришвиндың матур һүҙҙәре менән тамамлайыҡ:
“ Балыҡҡа – һыу, ҡошҡа – һауа, йәнлектәргә – урман, ялан, ҡырҙар, ә кешегә Ватан кәрәк. Тәбиғәтте һаҡлау, тимәк, Ватанды һаҡлау”.
Бөгөн дәрестә айырыуса әүҙем ҡатнашыусылар бар. Әйҙәгеҙ уҡыусылар, уларға баһаларҙы бергәләп ҡуяйыҡ (баһалар ҡуйыла).
Өй эше: а).“Мин урманда” тигән темаға эссе яҙырға. б). “Беҙҙең яҡ урмандары” тигән тема буйынса сығыш әҙерләргә.
Мусин Нугуман
Заслуги: Заслуженный работник культуры Башкортостана (1981). Удостоен Республиканской премии им. С. Юлаева (1991)., ему присвоено звание «Народный писатель Башкортостана» (2001).
Нугуман Сулейманович Мусин родился 17 июля 1931 года в деревне Кулгуна Макаровского, ныне Ишимбайского района. В 1947 году окончил среднюю школу, два года работал учителем в родной деревне. В 1949-1951 гг. – студент Стерлитамакского учительского института. Работал инспектором отдела народного образования. В 1951 году был призван в армию. Заочно окончил филологический факультет Башгосуниверситета. Первые стихи начали появляться в республиканской печати и в журнале «Агидель» в период его службы. В 1953 году он поступил на работу в редакцию газеты «Совет Башкортостаны», а затем вернулся в родную деревню и в течение четырех лет работал учителем. В 1958 году начал работать литературным сотрудником, ответственным секретарем журнала «Эдэби Башкортостан», литературным консультантом Союза писателей БАССР.
Н. Мусин начал писать стихи еще в студенческие годы, но свое признание он нашел в прозе. Первый его рассказ «Мой друг» появился в 1954 году. С тех пор писателем созданы многочисленные рассказы, очерки, повести, романы.
Герои его произведений – наши современники. В его творчестве значительное место занимают произведения, написанные о деревне, о ее людях. Н. Мусин – страстный защитник природы, леса. Во многих очерках, рассказах, повестях, романах он выступает за сохранение и умелое использование этого богатства. Этой теме посвящены повесть «Зухра» (1956), «Вечный лес», «Краса земли» и др. В последние годы Н. Мусин продолжил работу над крупными эпическими произведениями. Им опубликована трилогия «Белый олень на Синь-горе» (1980), «Перед половодьем» (1985), «Выходи в путь на заре» (1988). В 90-е годы им опубликован современный роман «Последняя борть», исторический роман о башкирском батыре Алдаре Исякаеве «Здесь лежат кости батыра», повести «Звериная шкура», «Двое мужчин и одна женщина» и др.
Мусин Н. – видный прозаик современной башкирской литературы. Член Союза писателей с 1963 года.
Ноғман Мусиндың «Һабаҡ» әҫәрен өйрәнеү
Тема : Н.Мусин. “Һабаҡ” әҫәрен өйрәнеү
Маҡсаттар: 1. Н.Мусиндың тормошо, ижады тураһында һөйләшеү, әҫәрҙәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, “Һабаҡ” әҫәренең йөкмәткеһен асыҡлау,
2. әҫәргә ҡарата үҙ фекереңде әйтә белергә, яуаптарҙы дәлилләргә күнектереү, иғтибар һәм күҙәтеүсәнлекте үҫтереү,
3. дуҫлыҡ, берҙәмлек, әхлаҡ тойғолары тәрбиәләү.
Йыһазлау: Н.Мусиндың биографик белешмәһе (өс төркөмгә), презентация, компьютер, проектор, башҡортса – русса һүҙлектәр
1.Психологикик комфорт атмосфераһын булдырыу.
Хәйерле көн теләп,ҡояш ҡалҡа,
Уяналар ауыл, ҡалалар,
Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем,
Һаумы, ҡояш, һаумы, дуҫым,
Һаумыһығыҙ, уҡытыусым! (1-се слайд)
Өй эшен тикшереү, баһалау
Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.
Уҡыусылар был кемдең портреты? Һеҙ уны күргәнегеҙ бармы? Уның тураһында нимәләр беләһегеҙ?
Бөгөнгө дәрестең маҡсаттары ниндәй булыр?
Башҡортостан халыҡ яҙыусыһы – Ноғман Мусиндың биографияһы, әҫәре менән танышырбыҙ. (2-се слайд)
Дәфтәрҙәрегеҙҙе асып бөгөнгө датаны, көндө, теманы яҙығыҙ
Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.
Хәҙер мин һеҙгә Ноғман Мусин тураһында белешмәләр бирәм, уҡып сығығыҙ һәм төркөмдәрҙә эште дауам итербеҙ.
I төркөм Ноғман Мусин ҡайҙа, ҡасан тыуған? Ҡайҙа белем алған?
II Яҙыусының хеҙмәт юлы.
III Ноғман ағай ижады тураһында һөйләргә әҙерләнә.
Ул 1931 йылда Ишембай районы Ҡолғона ауылында тыуған.
1937—1944 йылдарҙа Ҡолғона ауылында ете йыллыҡ мәктәптә белем ала. 1947 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлай һәм шунда уҡ уҡытыусы булып эш башлай. 1949 йылда Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына уҡырға инә. 1951 йылда институтты тамамлағас, бер аҙ Маҡар район мәғариф бүлегендә инспектор вазифаһын башҡара һәм йыл аҙағында хәрби хеҙмәткә алына.
Һалдаттан ҡайтыу менән (1953) «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, унан һуң Ҡолғона ауылында дүрт йыл уҡытыусы булып эшләй. Ә 1958 йыл Өфөгә килеп, «Ағиҙел» журналында — бүлек мөдире, яуаплы секретарь, 1962 йылдың башынан «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.
Ноғман Мусин Башҡорт дәүләт университетының киске бүлеген тамамлай, артабан йәнә «Ағиҙел» журналында бүлек мөдире, Башҡортостан телевидениеһында, унан Башҡортостан китап нәшриәтендә мөхәррир булып эшләй.
Ноғман Мусиндың тәүге ижади аҙымдары Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтында башлана. Тәүге шиғырҙары үҙе хеҙмәттә сағында республика гәзиттәрендә һәм «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫылып сыға. Хәрби хеҙмәт ваҡытында проза жанрында ла көсөн һынап ҡарай, һалдаттар тормошона арналған бер нисә хикәйә яҙа. «Минең дуҫ» тигәне 1954 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында, ҡалғандары «Совет Башҡортостаны», «Ленинсы» гәзиттәрендә, 1956 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫылып сыға.
Ноғман Мусиндың тәүге күләмле әҫәре — «Зөһрә» повесы 1956 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫыла. Унан бер-бер артлы «Ғорурлыҡ», «Күксә урманында», «Ер биҙәге», «Ауылым юлы», «Кеше йылмая», «Сәскәләр керпеген аса» тигән повестары баҫылып сыға. Яҙыусының төп темаһы — урман, уны һаҡлау.
1968 йылда колхоз тормошона арналған «Өҙәрем юл кешеләре» исемле роман яҙа.
«Һайлап алған яҙмыш», «Зәңгәртауҙа аҡ болан», «Яҙғы ташҡындар алдынан» («Яралы кеше тауышы»), «Мәңгелек урман», «Таң менән сыҡ юлдарға», «Һуңғы солоҡ», «Шунда ята батырҙар һөйәге» романдары һәм ҡыҙыҡлы повестары Ноғман Мусинды башҡорт прозаһының талантлы яҙыусыһы итеп таныта. Уның әҫәрҙәренең геройҙары — беҙҙең замандаштарыбыҙ. Ноғман МусинИжадының төп темаһы- экология, тәбиғәтте һаҡлау, рухи ныҡлыҡ, кешелеклек.
(уҡыусылар сығыш яһағанда экранда белешмә күрһәтелеп бара. 3-сө , 4-се слайдтар )
1991 йылда Н.Мусин әҙәбиәт өлкәһендәге оло хеҙмәте өсөн республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. Ә 2001 йылда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән исем бирелә. (5-се слайд)
Бөгөн беҙ Ноғман Мусиндың “Һабаҡ” әҫәре менән танышырбыҙ. (6-сы слайд) Уҡыусылар, “һабаҡ” һүҙен һеҙ нисек аңлайһығыҙ?
Әҫәрҙә индәй һабаҡ тураһында һүҙ бара тип уйлайһығыҙ?
Текстты астыҡ мин уҡый башлайым, иғтибар менән генә күҙәтеп барығыҙ, кемдер дауам итер. Кемдең уйы әҫәр йөкмәткеһенә тура килер. Аңлашылмаған һүҙҙәрҙе билдәләп барырға онотмайбыҙ.
Шулай итеп әҫәрҙә нимә тураһында һүҙ барҙы? Һеҙҙең уйҙарығыҙ, фекерегеҙ әҫәр йөкмәткеһенә тура киләме?
Ниндәй һүҙҙәр аңлашылманы? (һүҙлектән ҡарайбыҙ, яҙабыҙ)
Ял минуты. Күҙҙәргә күнегеүҙәр башҡарабыҙ (7-се слайд)
Әҫәрҙә ниндәй хәл-ваҡиға һүрәтләнә?
Уҡыусылар йәйге каникулда ниндәй эштәр башҡара?
Әҫәрҙә ниндәй образдар осраны? Улар тураһында нимә әйтерһегеҙ?
Ғайсарҙың эшен кәрәкле, файҙалы тип һанайһығыҙмы? Ни өсөн?
Уның кәсебе нисек асыла?
Ғайсарҙы кем шелтәләй һәм ни өсөн?
Әҫәр ниндәй жанрға ҡарай?
“ Һабаҡ” әҫәре жанр буйынса хикәйә, сөнки бер генә хәл- ваҡиға һүрәтләнә унда.
Хикәйә ниңә шулай атала?
Ниндәй проблема өҫтөндә уйланған автор? Миҫалдар менән иҫбат итәбеҙ.
Эйе, дуҫлыҡ, берҙәмлек, әхлаҡ, экология мәсьәләләре проблемалары хәл ителә.
Өйгә эш. Көндәлектәргә өйгә эштәрҙе яҙабыҙ. Хикәйәнең йөкмәткеһен һөйләргә, Хәйҙәргә һәм Дәүләтбайға сағыштырма характеристика яҙырға. ( 8-се слайд )
Рефлексия. Уҡыусылар, бөгөнгө дәрестә нимә тураһында һөйләштек?
Әйҙәгеҙ ошо һөйләмдәрҙе тулыландырып дәресте йомғаҡлайыҡ.

